Майҙандарҙа йәрминкәләр гөрләй

Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районы Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Үткән ял көндәрендә “Юбилейный” Мәҙәниәт һарайы алдында тағы ла ауыл хужалығы тауарҙары теҙелгән рәттәр һуҙылды. Эре булып үҫкән һуған, кишер, ҡабаҡтар өфөлөләрҙең күҙен ҡыҙҙырҙы. Шуға күрә һатыу ҙа әүҙем барҙы. Иттең килограммы 130-180 һум менән һатылды, балды - 150-170 һумға, кишер менән һуғанды 12 һумға алып була.
Йәрминкәнең беренсе көнөндә 27 район ҡатнашһа, икенсеһендә 23 район килгәйне. Был юлы Әлшәй, Архангель, Өфө райондары әүҙем ҡатнашты.
Ике көндә бөтәһе 20,5 т ит, 134 т картуф, 6 т кишер һатылды. Ғәҙәттәгесә, һуған үтемле булды: 64 т һуған тиҙ арала һатылып бөттө.
Киләһе ял көндәрендә һуңғы көҙгө йәрминкәләр үтәсәк. Ҡала халҡын майҙандарҙа көтәбеҙ.