Милли йолалар халыҡҡа ҡайта

Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районы Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Күптән түгел Совет районының ЗАГС бүлексәһендә йәш парҙарҙы һәм алтын юбиляр-парҙарҙы башҡорт телендә тәбрикләү ойошторолдо.
Яңы өйләнешеүсе Кәшфуллиндарҙы ике дәүләт телендә ҡотлаһалар, Кималовтарҙы тик башҡорт телендә генә тәбрикләнеләр.
Был көндө иңгә-иң терәшеп бергә ғүмер юлын үткән юбилярҙарҙы ҡотлау тантанаһы ла ойошторолдо. Ишбулатовтар, Ғәйнетдиновтар һәм Низаметдиновтар 50 йыл ғүмер итһә, Шахмаевтар бергә тормош ҡороуҙарының 55 йыллығын билдәләне. Йәш парҙарҙы һәм юбилярҙарҙы ҡотларға Совет районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Ольга Кабанова килгәйне. Ул үҙенең изге теләктәрен еткерҙе, Мортаза Рәхимовтың ҡотлау хатын уҡыны һәм бөтәһенә лә Совет районының 70 йыллығын билдәләү айҡанлы сыҡҡан күләмле китапты бүләк итте. Юбилярҙар шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр менән дә бүләкләнде.
Йәштәрҙе һәм юбилярҙарҙы ҡотлау башҡорт халҡының милли йолаларын ҡулланыу менән ойошторолғайны: ҡунаҡтарҙы залға милли кейемдәге ҡыҙҙар оҙатты, һуңғараҡ милли аштар - сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән һыйланылар.
Йәштәр ҙә, ололар ҙа саранан ҡәнәғәт ҡалды һәм ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәрен еткерҙе.