Йәйге ял һәм һаулыҡ нығытыу лагерҙары тураһында
Мәғлүмә&: Лира Хәсәнова, Орджоникидзе районы методик бүлеге мөдире
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа Орджоникидзе районы мәктәп янындағы лагерҙарға ҙур иғтибарын бүлә. 2008 йылдың 2 июненән 28 белем биреү учреждениеһында 1615 бала өсөн лагерҙар асылды.
Мәктәп янындағы лагерҙар сиктәрендә 1-5 синыфтар өсөн ял һәм һаулыҡты нығытыу, 6-7 синыфтар өсөн геологик отрядтар, ә юғары синыф уҡыусылары өсөн профилле программалар эшләне.
83 – сө лицейҙа 5 – 10 синыфтар өсөн профилле смена ойошторолдо. Раҫланған программа буйынса Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары балаларға математика фәненең серҙәрен систе.
Лагерҙарҙа һәр балаға көнөнә туҡланыу өсөн 44 һум аҡса бүленде. Башҡортостан Республикаһының 27.03.2002 йылғы “Балалар, үҫмерҙәр, йәштәрҙең туҡланыуын яҡшыртыу тураһындағы” һәм дәүләттең баш санитар табибының “Микроэлементтарҙың дефицитлығын кәметеү хаҡындағы” 2 – се ҡарарына ярашлы ашханалар тимергә, йодлы тоҙға бай“ “Башаҡ” икмәге менән тәьмин ителде. Авитаминоз һәм ОРВИ ауырыуын профилактикалау нигеҙендә туҡланыу рационына аскорбин кислотаһы, гөлйемеш һыуы һәм “Алтын шар” витамин – минерал комплексы индерелде.
1058 – 01 санитар ҡағиҙәләренә ярашлы рәүештә туҡланыуҙы контролдә тотоу маҡсаты менән белем биреү учреждениеларында махсус прогрмма булдырылды. 8 – се балалар поликлиникаһы менән берлектә 156, 80, 61, 129-сы мәктәптәрҙә төрлө дауалау процедураларын үҙ эсенә алған һаулыҡ үҙәктәре эшләне.
“Саторис” үҙәгендә уҡыуҙа ауырлыҡ кисергән һәм психик яҡтан ярҙам талап иткән уҡыусылар өсөн “Яҡтылыҡ” программаһы 2 – се йыл эшләй. Бында балалар менән төркөм һәм шәхси коррекцион – үҫтереүсе дәрестәр, социаль – психологик тренингтар үткәрелде.
Мәҙәниәт бүлеге һәм “Диалог” үҫмерҙәр клубы берлегендә профилле 8 лагерь өсөн айырым программа төҙөлдө. Был программалар һаулыҡ һаҡлау, экологик тәрбиә һәм гражданлыҡ позиция булдырыуҙы үҙ эсенә алды һәм мәктәп янындағы лагерь формаһында эшләне. Уҡыусыларҙың туҡланыуы райондың белем биреү учреждениялары нигеҙендә ойошторолдо.
Ҡомлокүл ҡасабаһы территорияһында ауыл хужалығы эштәре булмау сәбәпле, 2008 йылда “Ынйыҡай” лагеры белем биреү бүлеге тарафынан раҫланған, тәрбиәүи мәсьәләләргә ҙур иғтибар биргән профилле программа буйынса эшләне.
6 июндән “Ынйыҡай”лагеры базаһында 10-сы синыф егеттәре өсөн ғүмерҙе һаҡлау нигеҙҙәре курсы сиктәрендә өйрәтеү сборы ойошторолдо. Ул 5-шәр көндән торған 2 сменаны үҙ эсенә алды һәм 350 кешене йәлеп итте. Бөтә балалар һанынан 2 взводлы 3 рота ойошторолдо. Бүлек командирҙары һәм взвод командирҙарының урынбаҫарҙары итеп кадет корпусының 9-сы синыф тәрбиәләнеүселәре тәғәйенләнде.
Сбор барышында 40 сәғәтлек программанан тыш егеттәр пневматик мылтыҡтан атыу нормаларын,алыҫҡа граната ырғытыу,100 һәм 1000 метрға йүгереү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү кеүек нормативтар тапшырҙылар. Бынан тыш волейбол, баскетбол, мини-футбол буйынса ярыштар ойошторолдо.
16 июндән профилле сменалар үҙ эштәрен башланы. Йәйге каникул барышында экологик, лидер, спорт һәм тыуған яҡты өйрәнеү сменалары Орджоникидзе районы уҡыусылары өсөн асылды. Был сменаларҙа экология һәм биология үҙәге, ”Йондоҙлоҡ” ассоциацияһы, ”Зенит” туристик үҙәк, спорт һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ял итте.
Профилле сменалар программалары әүҙем тормош позицияһы, ижади һәләттәр, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, берҙәмлек тойғоһон формалаштырыуға ҡоролған белем биреү һәм дөйөм үҫтереүсе сараларҙы үҙ эсенә алды.
“Ынйыҡай”лагеры базаһында 15 августан алып 20 авгусҡа тиклем “Зенит” туристик үҙәге тарафынан 4-се туристик слет уҙғарылды.
Бында райондың 20 мәктәбенән 125 кеше ҡатнашты. Слеттың программаһында 4 эш төрө: йәйәү йөрөүселәр, һыу, велосипед трассаһы төп тип һаналды.
Спорт төрҙәренән тыш программала төрлө конкрустар һәм экологик маршруттар ҡаралды. Был слетта еңеүҙе 86-сы гимназия яуланы.
Профилле программаларҙы төҙөүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа райондың белем биреү учреждениялары һәм “Диалог” үҫмерҙәр клубы ойошмаһы әүҙем ҡатнашты. 86-сы гимназияла өсөнсө йыл 1 июндән 10 июнгә тиклем ҡала ситендәге һаулыҡ һаҡлау лагеры базаһында “Лингва” лингвистик лагеры эшләй. Бында уҡыусыларға инглиз теленән алған белемдәрен практикала ҡулланырға ҙур мөмкинселек тыуҙырылды.
86-сы гимназия башлап ебәргән эште быйыл 129-сы урта мәктәп тә үҙ итте. 2 июндән 12 июнгә тиклем лидерҙар сменаһын үткәреү өсөн 100 кеше “Ҡайынҡай” лагерына ебәрелде.
2 июндән 20 июнгә тиклем 150 уҡыусы өсөн ҡала бюджетынан 8 мәктәптә (№36, 79, 71, 80, 85, 116, 64-се гимназия һәм “Берҙәмлек”лицейы) эш бригадалары эшләне. Ашханаларҙа туҡланыу 1 кешегә көнөнә 32 һумдан ҡаралды. Уҡыусылар мәктәп янындағы участкаларҙа эшләнеләр.
Йәй буйы ”Зенит” туризм һәм экскурсиялар үҙәге, белем биреү учреждениялары һәм райондың үҫмерҙәр клубтары берҙәмлегендә туристик лагерҙар, оҙайлы, категорияларға бүленгән походтар, Һаҡмар, Ағиҙел, Еҙем, Йүрүҙән, Ҡариҙел йылғалары буйлап ағып төшөү, Ҙур һәм Бәләкәй Ирәмәл тау массивтарына йәйәүле походтар ойошторолдо. Үкән йылдан Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә туристик походтар һәм йылға буйлап ағып төшөү тормошҡа ашырыла башланы. Мәҫәлән, 2008 йылда Алтай, Саянов, Тянь-Шань тау массивтарына 3-5-се ҡатмарлылыҡ категорияһындағы йәйәүле поход үткәрелде.
“Диалог” үҫмерҙәр ойошмаһы тарихи-хәрби, спорт, этнографик йүнәлештәрҙәге палатка лагерҙары булдырҙы. Йәйге осорҙа ауыр тормош шарттарында йәшәгән, етем, бағымсылыҡта булған, мәктәп, балиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияла иҫәптә торған балаларҙың ял итеүен ойоштороуға ҙур иғтибар бирелде.
Етем, бағымсылыҡтағы уҡыусыларға июнь – август айҙарында “Йондоҙсоҡ” ҡала ситендәге лагерға, “Зәғферән” санаторийына, пульманологик санаторийға 142 путевка бирелде. Бынан тыш “Ынйыҡай” лагеры базаһындағы профилле сменаларҙа, мәктәп янындағы лагерҙарҙа ял итергә, төрлө походттарға барырға мөмкинлек тыуҙырылды.
Ауыр тормош шарттарында йәшәүсе балаларға Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау Министрлығы “Ҡояшҡай” балаларҙың һаулығын нығытыу лагерына 15 путевка бүлде. Ғөмүмән, йәй барышында мәктәп, балиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияла торған “хәүефле” категорияһына индерелгән уҡыусылар менән әүҙем эш алып барылды. Уларҙың ялын планлаштырыуға һәм тормошҡа ашырыуға профилактика системаһына ҡараған учреждениелар айырыуса яуаплы ҡараны. 487 “хәүефле” үҫмерҙең 92% йәйге ялдың төрлө формаларына йәлеп ителде.
9 августа Бөтә Рәсәй физкультурниктар Көнө сиктәрендә уҙғарылған спартакиадала социаль хәүефле төркөмгә ингән 40 үҫмер ҡатнашты. Йәйге сезонда барыһы 35-тән ашыу спорт саралары үткәрелде. 2008 йылдың йәйге каникулдар осоронда эшләгән 4 ҡала ситендәге ведомстволы лагерҙарҙа барыһы 2997 бала ял итте. Балалар һаулығын нығытыу лагерҙарының эшмәкәрлеге һәр йылдағыса ыңғай баһаланды.
