Файҙалы ла, мөһим дә осрашыу

Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районы Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәтендә район тормошо хаҡында мәғлүмәт биреү, урындарҙағы проблемаларҙы белеү маҡсатынан ойошторолған мәғлүмәт төркөмдәре даими рәүештә хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙар үткәреп тора.
Күптән түгел хакимиәт башлығы урынбаҫары О.Н. Кабанова етәкләгән  ошондай төркөм Өфө китапхана эше һәм күләмле коммуникациялар колледжы хеґмәткәрґәре менән осрашты.
Был сараға ике яҡ та нигеҙле әҙерләнгәйне. Ольга Кабанова колледж хеҙмәткәрҙәрен Совет районының социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Уҡытыусылар иһә көнкүрештең төрлө өлкәләрен сағылдырған һорауҙар бирҙе. Торлаҡ-коммуналь хужалығы, ипотека кредитлауы, транспорт, юлдар хәүефһеҙлеге буйынса күп мөрәжәғәттәр булды. Хәл итеү талап иткән һорауҙарҙы хакимиәт вәкилдәре контролгә алды.