Һынлы сәнғәт донъяһында

Автор: Әлфирә Илгизова. “Үҙәк Өфө” гәзитенән.

Һынлы сәнғәт донъяһы бар кешене лә үҙ ҡосағына алмай. Ә тап ошо сихри донъяны аңлаған, тормош серҙәрен һынлы сәнғәт аша кешелеккә еткерергә ынтылғандарҙы ғына үҙ итә ул. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Глеб Голубев етәкләгән 2-се балалар сәнғәт мәктәбе баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа ла танылыу яулаған: Ф.И. Шаляпин иҫтәлегенә, Аксаков көндәре, Урал батыр, Тирә-яҡ донъя, Сығанаҡтар республика конкурс-күргәҙмәләрендә ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ булған. Халыҡ-ара балалар күргәҙмәләрендә Канадала, АҠШ, Францияла, Болгарияла, Японияла, Израилдә ҡатнашҡан. Бында ла балалар һүрәттәре, ҡул эштәре юғары баһаланды.
2-се балалар сәнғәт мәктәбе Республиканың бай тарихлы мәктәптәренең береһе. Ул 1962 йылда асылған. Бында композиция, һүрәт, һынлы сәнғәт, скульптура, керамика һәм башҡа бик күп тармаҡтар буйынса белем бирелә. Балалар был сихри донъяға эләгеүҙәренә ҡыуанып бөтә алмайҙар. Шулай булмай ни, бында бит теләүселәрҙең барыһын да алмайҙар. Йәй көндәрендә 2-се балалар мәктәбенә уҡырға инергә теләүселәргә имтихан ойошторола. Бында балаларҙың ижади эштәрен ҡарайҙар, юғары баһаланғандар уҡыуҙы артабан бында дауам итә.Был уҡыу йортонда уларға ысын ижад оҫталары һөнәр серҙәрен аңлата.
Беренсе баҫҡыста 7 йәштән 10 йәшкә тиклемге балалар уҡый. Улар һүрәт төшөрөү, һынлы сәнғәт, композиция менән ныҡлы шөғөлләнә. Шулай уҡ теләктәре булғандар башҡа бүлектәргә лә йөрөй ала. Икенсе баҫҡыста 10 йәштән 16 йәшкә тиклем балалар шөғөлләнә. Улар бында скульптура, керамика менән эш итә. Өсөнсө басҡыста 16 йәштән алып 18 йәшкәсә балалар уҡый.
-Балалар ҙур теләк менән йөрөй. Яңынан яңы идеялары, яңы эштәре менән барыбыҙҙы ла ҡыуандыралар. Ҡайһы саҡта уҡыусыларҙың ҙур таланттарына карап, аптырап ҡуябыҙ. Мәктәптә үҙҙәре яратҡан һөнәр менән шөғөллөнеү өсөн алыҫ райондарҙан килеүселәр ҙә бар. Балалар менән эшләйем тиһәң, иң тәүҙә уларҙы яратырға кәрәктер. Шулай уҡ күп һөнәргә өйрәтер өсөн берҙән ҙур теләк, икенсенән, түҙемлелек кәрәк. Мин үҙем был мәктәпте тамамланым, тап ошо тармаҡта белемемде камиллаштырғас, үҙ мәктәбемә уҡытырға ҡайттым. Балалар менән эшләүе бик оҡшай. Үҙем белгәндәрҙең барыһын да балаларға ла өйрәткем килә. Минең өсөн һынлы сәнғәт ул – тормош. Мин үҙ тормошомдо тулыһынса сәнғәткә бағышланым. Унан башҡа киләсәкте күҙ алдына ла килтерә алмайым, - тине уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Оксана Пилипюк.
2001 йылдан алып мәктәп үҙ галереяһын асыуға ирешә. Күргәҙмәләр бер ваҡытта ла туҡтап тормай, йә уҡыусыларҙың эштәре күрһәтелә, йә инде уҡытыусылар үҙҙәре бында һүрәттәрен ҡуя. Сәнғәт яратыусылар өсөн шул ғына кәрәк, һүрәт донъяһына инеп юғалырға ғына торалар.
Сығарылыш уҡыусылары менән ғорурланып һөйләй уҡытыусылар. Бына улар: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы, БР рәссамдар Союзы идаралығы ағзаһы – Евгений Винокуров, Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы Рәмил Латыпов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы Александр Дворник һәм башҡа бик күп билдәле шәхестәр үҫтергән 2-се балалар сәнғәт мәктәбе.