Милиция хеҙмәткәрҙәре байрамы
Автор: Илгизәр Саньяров, “Үҙәк Өфө” гәзите материалдары буйынса.
Кисәлә милиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Ҡайһы берҙәренә тейешле наградалар, званиелар, премиялар тапшырылды. Айырым йылы һүҙҙәр менән хеҙмәт вазифаһын башҡарғанда вафат булған хеҙмәткәрҙәр ҙә иҫкә алынды, уларҙың тол ҡалған ҡатындарына бүләктәр тапшырылды. Хеҙмәт ветерандары ла был матур кисәлә онотолманы. Идаралыҡ етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре тарафынан уларға бөгөн дә тейешле ихтирам күрһәтелә.
Байрам кисәһен “УЗЭМИК” мәҙәниәт һарайы түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр күркәм концерт менән биҙәне.
