Замана уҙа – заң ҡала

Автор: Айгөл Игликова, 48-се башҡорт лицейының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары

Заманалар уҙа тибеҙ, ләкин унан заң ҡала бит. Быға беҙ, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында йәшәүселәр, икенсе йыл рәттән “Шәжәрә байрамы”уҙғарып, инанабыҙ.

Уҙған йыл республикабыҙҙа “Шәжәрә байрамы” үткәреү тураһында Хөкүмәтебеҙ тарафынан ҡарар ҡабул ителгәйне. Элек-электән халҡыбыҙҙа шәжәрә төҙөү традицияһы булған, тик һуңғы ваҡытта был онотола биреп ҡалғайны. Шуға ла ҡабул ителгән был ҡарарҙы халыҡ дәррәү күтәреп алды һәм республикабыҙҙың ҡалаларында, ауылдарында һәм райондарында ошо йола тергеҙелеп шаулап “Шәжәрә байрамдары” үткәрелә башланы.
Был сара нимәһе менән әһәмиәтле һуң? Шәжәрә байрамы – ул туғандар байрамы, бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамы ла ул.  Шулай уҡ ул үҙ тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә булып тора.
Шәжәрә борон-борондан ырыу-араның документы, бер туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы һаналған. Әүәле ата-бабаларыбыҙ кәмендә 7 быуынын белгән, бер-береһенә яҡын ҡәрҙәш һаналған.
Әле килеп, ҡайһы беребеҙ үҙ туғанын танымай, ситләшкән, көнсөл мөнәсәбәттә булған, бер-береһен күңел байлығы менән түгел, ә матди байлыҡ менән баһалаған сағында, был Шәжәрә байрамдары бик әһәмиәтле, кәрәкле саралар, тип уйлайым.
Былтыр был байрам башҡорт халҡының үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайына тура килеп, сара тағы ла йәмлерәк, сағыуыраҡ булһа, быйылғы йыл ғаиләне социаль яҡлау йылы булғанда, әлеге байрам икеләтә балҡыны, бәҫе артты.
Тәүҙә районыбыҙҙың юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында, үҫмерҙәр клубтарында башланған байрам, оло сараға әүерелеп, “Химиктар” мәҙәниәт һарайында дауам итте һәм еңеүселәр асыҡланды. Бында килеүсе, ҡатнашыусы ғаиләләрҙең барыһын да еңеүселәр тип атар инем мин. Күпме яңы тарихи мәғлүмәттәр табылған, туғандар менән аралашыуҙан кинәнес алынған, онотолған исемдәр берлектә асыҡланып, шәжәрәләр тергеҙелгән.
Был үҙе үк оло еңеү ул. Ә ҡатнашыусыларҙың эштәрен, күргәҙмәләрен ҡарап, баһа биреү жюри ағзаларына еңелдән булманы. Халыҡ уларҙы үҙе баһаланы, нисек мәғлүмәттәр тупларға, сығыш яһарға бер-береһенән өйрәнде, фекер алышты. Шәжәрә өйрәтеү, төҙөү оло бер ғилми эш яҙыуға бәрәбәрҙер, тип уйларға була. Егерме бер быуынын яҡшы белгән, Билаловтар шәжәрәһен ныҡлап өйрәнгән, 221 – се балалр баҡсаһында эшләгән Йәкиева Әлфирә апайға һоҡландыҡ, уның шәжәрәһендә бер нисә милләт вәкилдәре күрһәтелгән. Береһенән-береһе матур 3 бала үҫтереүсе, 48-се башҡорт лицейынан Тәкәевтар ғаиләһенең һәм беҙҙең республиканы төйәк иткән таджик милләтле, 3 бала тәрбиәләүсе Нематовтар ғаиләһе сығышын, милли аштарын байрамға килеүселәр йылы ҡабул итте. “Гренада” үҫмерҙәр клубынан музыкаль ғаилә - шәжәрәһен төплө өйрәнеүсе Ғәлиевтарҙың сығышы байрамға йәм өҫтәне. Уларҙың гармун сыңдары әле лә сараны иҫкә төшөрә кеүек.
48-се башҡорт лицейынан Харисовтар ҙа үҙ нәҫелен ныҡлап өйрәнгән, Ләйлә һылыу ҡартатаһы башлаған эште дауам итә. Ә Иҫәнбаевтар ғаиләһенең сығышынан күренеүенсә, әсә кеше лә, аталары ла күмәк балалы ғаиләлә үҫкәндәр. 10-сы бала булып донъяға килгән Гөлсимә Абайт ҡыҙы менән ғаилә башлығы Марат Тәлғәт улы балаларын ата-олатайҙар аманатына тоғро булырға, ғаиләлә, илдә татыу йәшәргә өндәне. Шәжәрә ағасына ошо ҡәҙәр туғандар саҡ һыйып бөткән. Беҙҙе ишле ғаиләләр хәҙер аптыратып һоҡландырһа, элек был күренеш һәр ғаиләлә күҙәтелгән, 10-12 – әр бала тәрбиәләгәндәр байтаҡ булған. Кенәз Әйүповтар нәҫеленән булған 65-се татар гимназияһы уҡыусыһы һөйләгән мәғлүмәттәр бик ҡыҙыҡлы, тарих менән тығыҙ бәйләнешле. Бер олаталарының Иван Грозный заманында йәшәп, илен һаҡлап һәләк булыуын, шулай уҡ эшҡыуар булып эшләп, Америкала үҙ компанияһы булған туғаны тураһында ғорурланып һөйләне.
Ә 155-се һөнәрселек училищеһында белем алыусы Йомағужина Гөлшат, нәҫел ептәренең милли батырыбыҙ С.Юлаев менән халҡыбыҙҙың рухи короле Зәйнулла Рәсүлевта уҡыған олатаһы Сәсәнбай Хисмәтуллинға барып тоташыуы тураһында бәйән итеп, үҙенең сәсәнлек һәләтен күрһәтте, ҡумыҙ сыңдарын ишеттерҙе. Ә 62-се мәктәптең 4-се синыф уҡыусыһы Трубицина Анастасия ысын ораторолыҡ һәләте менән әсир итте, үҙҙәренең ғаилә рецептары сере менән бүлеште. Бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә шәжәрәләрен ата-әсәләре менән төҙөгән, байрамда улар ҙа сығыш яһанылар. Ошондай балаларыбыҙ булғанда, әлбиттә, халҡыбыҙ йолалары йәшәйәсәк, тигән һығымта яһып ҡуйҙыҡ. Бөгөн күптәребеҙҙең тарихҡа күҙ ташлауы, үҙенең ҡайһы ырыу, ара вәкиле булыуын асыҡларға тырышыуы - ыңғай күренеш.
Заманалар уҙғанда ла яҡшы йолаларыбыҙ онотолмауы ҡыуаныслы. Балаларыбыҙға күркәм традицияларҙы еткерәйек, йәш быуынға зауыҡ, әхлаҡи, рухи тәрбиә бирәйек. Шул саҡта үҙебеҙҙең тарихыбыҙ оло ил тарихына тоташҡанын белербеҙ. Үткәнен онотҡандың – киләсәге юҡ, тип юҡҡа әйтелмәгәндер.