Әсәлек бәхете

Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы ҡала округы Дми районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге.

29 ноябрь сәғәт 11.00 Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә “Орион” балалар һәм үҫмерҙәр мәҙәниәте һарайында буласаҡ әсәләр өсөн “Әсәлек бәхете” исеме аҫтында осрашыу үтәсәк. Был сараға гүзәл заттар ғына түге, уларҙың тормош иптәштәре лә саҡырыла.
Әйтергә кәрәк, ғаилә эсендәге проблемаларға төбәлгән осрашыуҙар үткәреү Дим районында йолаға әйләнде. Күптән түгел бында Атайҙар конференцияһы үткәйне. Конференцияла ҡатнашҡан атайҙарҙың сарала әүҙем ҡатнашлығы ғаиләләге мөнәсәбәттәр мәсьәләләренең актуаллеген көсәйтте.
Бөгөнгө көндә районда демографик үҫеш күҙәтелә. Быйыл халыҡтың тәбиғы артымы 117 кешегә етте. Бындай тенденция бала тәрбиәләүҙе планлаштырған ғаиләләрҙе, һис шикһеҙ, иғтибар үҙәгенә ҡуя.
“Әсәлек бәхете” осрашыуында ғалимдар, врачтар, психологтар ҡатнашасаҡ. Үҙҙәренең практик кәңәштәре менән БДМУ-ның акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы етәксеһе, профессор Кулавский Василий Агеевич, шул уҡ университеттың госпиталь педиатрия кафедраһы етәксеһе, доцент Брюханова Ольга Анатольевна, Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең балаларға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү бүлегенең баш белгесе Красникова Марина Борисовна уртаҡлашасаҡ.
Барыһын да осрашыуға саҡырабыҙ.