Йыр яҡшыһы – ҡобайыр
Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы Калинин районы Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге
Сараға килгән ҡунаҡтар башҡорт халҡының милли аш-һыу, йорт-ҡура күргәҙмәһен, төрлө ырыу шәжәрәһе күрһәтелгән плакаттар менән танышты.
Сәсәндәр бәйгеһендә быйыл 60-тан ашыу кеше ҡатнашты. Быйылғы бәйге үҙенсәлекле ине – “Урал батыр” эпосының район этабы айырым бер номинация булды. Шулай уҡ үҙҙәре ижад иткән һәм авторҙары булған ҡобайырҙарҙың халыҡ өлгөләрен яттан һөйләүселәр номинациялары булдырылды.
Башҡорт халыҡ ижадында сәсәндәр ижады элек-электән юғары баһаланған. Ил ағаһы Мостай Кәрим: “Ил гиҙеүсе сәсән – халыҡ күңеленә өмөт сәсеп, йыр игеүсе сәсән”,- тигән.
Бәйгелә ҡатнашыусы һәр береһе – баламы, урта йәки оло йәштәгел – башҡарылған ҡобайыр, йыр, шиғырына бөтә күңелен һалып, тамашасыларҙы һөйләнгән тарихтың бер ҡатнашыусыһы итеп, матур тамаша ҡылды.
Байрам райондың башҡорт теле уҡытыусылары һәм сәсәниә Розалия Солтангәрәева менән берлектә башҡарылған “Илгә бата теләк” ҡобайыры менән тамамланды.
Шуныһы ҡыуаныслы – юғары кимәлдә ойошторолған был сараны үткәреүгә күп көс һалған уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, район хакимиәтен халҡыбыҙҙың, шағир әйтмешләй, “йыр яҡшыһы – ҡобайыры” берләштерҙе, байрамда ҡатнашҡан һәр кемдең күңелендә уй ҡалдырҙы, өмөт уятты, изге эшкә дәртләндерҙе.







