Социаль сәйәсәткә – ҙур иғтибар
Дата: 19.01.2010
Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге
Үткән йылда Орджоникидзе районы буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы аша халыҡҡа 289 млн. һум аҡса түләнгән. Был социаль сығымдар 48 төр буйынса федераль, республика бюджеттарынан һәм Социаль страховкалау фондынан ҡаплатылған. Бынан тыш 408 кешегә 602 мең һумлыҡ бер тапҡыр түләнә торған матди ярҙам да күрһәтелгән.
Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр өсөн ташламалар урынына былтыр ай һайын матди компенсация түләнә башлағайны. Районда йәшәүселәрҙең был компенсацияға хоҡуғы булған 28 мең кешенең 21 меңен идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре былтыр ҡабул итеп өлгөргән, ағымдағы йылда ҡалғандарҙы ла ҡабул итеп бөтөү планлаштырыла.
Үткән йылдың өс айында Башҡортостан Хөкүмәтенең “Башҡортостандың социаль картаһы” проектын бойомға ашырыу буйынса саралар хаҡындағы” ҡарарын тормошҡа ашырыу башланғайны. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 14 мең кешенән социаль карталар юллар өсөн ғаризалар ҡабул ителгән. Быйылғы йылда ла был йүнәлештә эш әүҙем дауам итәсәк.
Дөйөм алғанда, Орджоникидзе районы буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы тарафынан республика хөкүмәте ҡуйған бурыстар ваҡытында, тулы күләмдә һәм планға ярашлы алып барыла.
Ҡараусылар һаны: 902
