Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре йылды йомғаҡланы


Дата: 22.01.2010
Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы ҡала округы Дим районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге

21 февраль Өфөнөң Дим биҫтәһендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре 2009 йылға йомғаҡ яһаны. “Бөгөн Дим районының торлаҡ фондында 3 мең шәхси һәм 320 күп фатирлы йорт иҫәпләнә. Ошо йорттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 1 меңгә яҡын кеше йәлеп ителгән. Беҙ үткән йыл, иҡдисади көрсөккә ҡарамаҫтан, юлдар төҙөү һәм йорттарҙа капиталь ремонт эшләү менән генә сикләнмәнек, үҙебеҙҙең хеҙмәттәр биналарын уңайлы техника менән дә тәьмин иттек.” – тине ултырышта район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р.З. Ахунов.

“ТКХ реформалау” проектының тормошҡа ашырылыу барышы тураһында мәғлүмәтте “Өфө ҡалаһы Дим районының торлаҡ хужалығы идаралығы” ААЙ директоры Р.Х. Ғәрипов бирҙе. Әгәр ҙә Ринат Хатмулла улының сығышы үткән йылда үтәлгән эштәр тураһында булһа, район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе Н.Т. Баймурзин Дим биҫтәһенең 2025 йылға тиклемге төҙөлөш перспективалары менән таныштырҙы.

Ултырыш Дим биҫтәһендә яҡын киләсәктә алып барыласаҡ төҙөлөштәр тураһында фильм ҡарау менән тамамланды.




Ҡараусылар һаны: 946