Яҡташыбыҙ – Европа чемпионы!


Дата: 26.01.2010
Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге

23-24 ғинуарҙа баш ҡалабыҙҙың “Төҙөүсө” стадионында боҙҙа мотоуҙыш буйынса Европа чемпионаты үтте. Яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһы спортсыһы Андрей Шишегов еңеү яулап чемпион титулына лайыҡ булды. Икенсе урында Тольятти ҡалаһының “Мега-Лада” клубы спортсыһы – Сергей Карачинцев. Бронза – Австриянан Харальд Симонда.

Андрей был ярышта икенсе запас спортсы булырға тейеш була. Ләкин рәсми тренировка ваҡытында Саранск ҡалаһынан килгән Максим Захаров йәрәхәт ала. Уның урынына Андрей боҙға сыға. Ярым финал ваҡытында уҡ юғары күрһәткестәр алған Шишегов финалда биш уҙыштың барыһында ла иң күп мәрәй йыйып башҡаларға еңеүгә өмөт ҡалдырмай. Сергей Карачинцев унан бер мәрәйгә генә ҡалыша. Ә өсөнсө урын өсөн көрәш ҡыҙыу була: Харальд Симон менән Юнир Базеев бер үк күрһәткестәр менән һуңғы этапҡа сыға. Саранскиҙан килгән спортсы һуңғы түңәрәкте үткән саҡта мотоциклы йығылып, еңеүҙе Симонға бирергә мәжбүр була.

Яҡташыбыҙҙы оҙаҡ көтөлгән был еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм алдағы ярыштарҙа ла уңыштар теләйбеҙ.




Ҡараусылар һаны: 757