“Эсмә, бүтән!- тинем һиңә”


Дата: 09.02.2010
Автор: Надим Фәттәхов, Орджоникидзе районы прокуроры ярҙамсыһы.

Беҙҙең халыҡҡа байрам итергә һылтау ғына булһын. Бер нисә көн буйына өҫтәл артынан тормай айнымай күңел асалар ҡайһы берәүҙәр. Ә беренсе май байрамында инде йәш саҡтағы демонстрацияларҙы иҫкә төшөрөп алыу үҙе бер байрам. Ошондай күңелле күренеш С-тар ғаиләһендә өсөнсө көн дауам итә. Хеҙмәтсәндәр өсөн (үҙҙәре күптән инде улар иҫәбенә инмәһәләр ҙә) шешә артынан шешә бушай.

Хәмер томалаған башы менән йорт хужаһы бергә байрам иткән ҡатынына артабан эсмәҫкә ҡуша. Ләкин ҡыҙып алған хужабикә был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмай, артабан самогон һемерә. Буйға ла, ауырлығы буйынса ла хәләл ефетенән күпкә ҡайтышыраҡ хужа бысаҡ ярҙамында үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатламаҡсы була. Ул ҡатынының эсенә сәнсә.

Суд залында ҡатын һаулығына ҙур зыян килеүгә ҡарамаҫтан, ирен яҡлашып, мин үҙем бысаҡҡа яңылыш килеп төртөлдөм, тип иҫбат итергә маташа. Ләкин уның яраларының етди булыуын, ғүмеренә ҡурҡыныс янауын иҫәпкә алып, суд С-ты ике йыл да өс айға хөкөм итә.




Ҡараусылар һаны: 1295