Әсәйемә «бүләк»


Дата: 12.02.2010
Мәғлүмә&: Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге

Баш ҡаланың Орджоникидзе районы прокуроры ярҙамсыһы Зилә Ғәлимйәнова хәбәр итеүенсә, 30 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡаралған. Ул кеше мөлкәтен урларға маташыуҙа ғәйепләнә.

2009 йылдың ноябрь айында ул “Меркурий” сауҙа-сервис үҙәгендә биш комплект ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эске кейем алып сығып китергә итә, ләкин һатыусы тарафынан тотола. Уның менән бергә алты йәшлек улы ла була.

Суд ваҡытында ул үҙ ғәйебен тулыһынса таный, үкенә, ҡылығын былай тип аңлата: аҡсаһы булмаһа ла әсәһенә Яңы йылға бүләк алырға теләгән ул. Ул кейем үлсәп ҡарау бүлмәһенә керә лә, һатыусының иғтибарын икенсе кешегә йүнәлтеүенән файҙаланып, сығып китергә маташа. Ләкин тәжрибәле һатыусы был хәйләне аңлап ҡалып, бурҙы туҡтата.

Ҡатындың үкенеүен, бәлиғ булмаған балаһы булыуын, ыңғай ҡылыҡһырламаларын иҫәпкә алып, уға алты ай төҙәтеүсе эштәргә, килеменең ун процентын дәүләт файҙаһына тотоп ҡалыуға хөкөм ителә.

Ғәйепләнеүсе һуңғы һүҙҙәрендә: Әлбиттә, әсәйем ҡыҙының хөкөмө һымаҡ “бүләк” көтмәгәндер, тине.




Ҡараусылар һаны: 1077