Һаумы, Шаяниум-2010!
Дата: 17.02.2010
Автор: Ришат Сабитов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр бүлеге начальнигы
17 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайында «Шаяниум – 2010» шаяндар һәм отҡорҙар конкурсы уҙғарыласаҡ. Конкурстың быйылғы төп темаһы - «Хеҙмәтенә күрә хөрмәте».
Финалда икенсе ҡала этабының һөҙөмтәләре буйынса иң күп мәрәй йыйған мәктәп командалары ҡатнашасаҡ. Әлеге көндә ҡала мәктәптәрендә конкурстың беренсе этабы үтә. Уҡыусылар араһында ғына түгел, шулай уҡ студенттар араһында ла танылып өлгөргән был матур сара быйыл һигеҙенсе мәртәбә уҙғарыласаҡ.
Ҡараусылар һаны: 1115
