Өфө ҡалаһы
Ҡала гербы быуындар күсәгилешлеге, тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа ихтирам, тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау һәм уларҙы аҡыллы файҙаланыу тураһында хәстәрлек символы булып тора. Өфө гербы һүрәттәренең беҙгә тиклем килеп еткәндәренән иң тәүгеһе XVII быуаттың уртаһына ҡарай. Ул Өфө Приказ Избаһы мисәтендә бар. Унда һуҫар төшөрөлгән, ә өҫтөндә стилләштерелгән үҫемлек һүрәте ҡуйылған. Ваҡыт үтеү менән Өфө гербы бер аҙ үҙгәрә, әммә уның төп элементы булып элеккесә һуҫар ҡала.
Хәҙерге герб ҡала тарихына ихтирам йөҙөнән ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә эшләнгән. Герб Рәсәй ҡалалары өсөн традицион булған тура мөйөш формаһындағы ҡалҡанды кәүҙәләндерә, уның яҡтары 1:1,2 нисбәтендә яһалған. Ҡалҡан вертикаль рәүештә ике өлөшкә бүленгән.
Ҡалҡандың уң яҡ өлөшө - зәңгәр төҫтә. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһын уратып алған тәбиғәт матурлығын, Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғалары һыуын символлаштыра, сөнки Өфө ҡалаһы ошо йылғалар ҡушылған урында урынлашҡан.
Һул өлөшө - ал төҫтә. Геральдика закондарына ярашлы, ҡаланың һәм унда йәшәүселәрҙең батырлыҡ, ныҡышмалылыҡ символы булып тора.
Гербтың берҙән-бер төп фигураһы булып янып торған ҡара күҙле һәм телен уңға һәлендереп йүгереп барыусы көмөш һуҫар һүрәте тора. Был һүрәт тарихи әһәмиәте арҡаһында иҫке герб элементы булараҡ ҡабул ителгән.
Төп фигура (йүгереп барыусы һуҫар), ҡалҡандың сите һәм бүлеп тороусы һыҙаты металдан эшләнгән. Уң һәм һул өлөштәре - зәңгәр һәм ал төҫтәге эмаль.
